БАШҠОРТ СӘНҒӘТЕ Мәшһүр йырсы, халҡыбыҙҙың легендар шәхесе Рамаҙан Йәнбәков һәм уның ижады тураһында фекер алышайыҡ?! Уның концерттары, йырҙары, гастролдәре һеҙҙең күңелдәрҙә ниндәй ваҡиғалар һаҡлай? Ҡайһы йырҙарын яратып тыңлайһығыҙ? Гастролдәрҙәге сығыштары ниндәй хәтирәләр ҡалдырҙы?! Рамаҙан Фәтхулла улы Йәнбәков 1934 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Сабый сағынан уҡ етемлек михнәттәрен күрә. Атаһы Фәтхулла Йәнбәков, билдәле ҡурайсы, һуғышта батырҙарса һәләк була. Әсәһе лә йәшләй генә мәрхүм булып ҡала. Башта Байыш мәктәбендә белем ала. Унан 1-се Этҡол мәктәбендә уҡый. Мәктәп йылдарында уҡ художестволы үҙешмәкәрлек концерты менән сығыш яһай. Рамаҙан Йәнбәков 1-се Этҡол балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙа мәшһүр оҙон көй оҫтаһы Хөсәйен Әхмәтов йәш һәләттәрҙе һайлап алыу өсөн Баймаҡҡа килә. 13 йәшлек Рамаҙан Буранбай йырын һуҙа. Арҙаҡлы компизитор, был егет халыҡ гәүһәре, тыуған төйәгенең рухы тип билдәләй. 1957—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитеттың хор солисы була. 1961 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡытыусы булып эш башлай. 1963—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы була. Концерт бригадаһы менән етәкселек итә. Оҙон көй башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. Үҙенсəлекле, бай һəм йомшаҡ тауышлы йырсы. Башҡарыу манераһы йыр асылын тəрəн аңлау, уны нескə тойомлау, сағыу образлылыҡ менәнн айырылып тора. Бөтә СССР буйлап гастролдəрҙə йөрөй. Репертуарында классик «Абдрахман кантон», «Ерəн ҡашҡа», «Ильяс», «Сəлимəкəй», «Сибай», «Уйыл», «Шəүрə», «Элмəлек», «Юлғотло» башҡорт халыҡ йырҙары була. Шулай уҡ, М. М.Вəлиев, З.Ғ.Исмəғилев, Т. Ш.Кəримов, Ш. З.Ҡолбарисов, Х. Ф.Əхмəтов һәм башҡаларҙың йырҙарын һəм романстарын башҡара. Рамаҙан Йәнбәков Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы, Сөләймән Абдуллин, Мадкурый Әхмәҙиева, Сәфәрғәлин Ғилман менән бер рәттән башҡорт халыҡ башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе булып танылды. Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре: Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971)Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1982)«Гәлсәр һандуғас» музыкаль телевизион фестиваль лауреаты (2004) Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2004). #ЛичностиБаймак